Новости
22 Ноябрь 2019, 17:00

Торлаҡ алыуға аҡса туплау программаһы һөҙөмтәле эшләй

2017 йылдан алып торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһы (русса “республиканская программа жилстройсбережений” ) ярҙамында 1,8 меңгә яҡын ғаилә үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Тағы 200-ләгән кеше үҙ ихтыяжына ҡулланыу өсөн йыйған аҡсаһын алған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.

2017 йылдан алып торлаҡ өсөн аҡса туплау республика программаһы (русса “республиканская программа жилстройсбережений”) ярҙамында 1,8 меңгә яҡын ғаилә үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Тағы 200-ләгән кеше үҙ ихтыяжына ҡулланыу өсөн йыйған аҡсаһын алған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһында ҡатнашыусыларға тәүге льготалы ипотека кредиттарын биреү 2017 йылда башланды.“Һаҡлыҡ банкы” һәм “Уралсиб” ошо социаль әһәмиәтле программаның банк-партнерҙары булып тора.
“Программала ҡатнашыусыларҙың алынған аҡсаһына килгәндә, әле 4,2 меңдән ашыу ошондай вклад — Һаҡлыҡ банкына, 3 меңгә яҡыны «Уралсиб»ҡа тура килә”, — тип белдерҙе Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова. Быйылдан башлап, программаны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 235 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Был социаль программа граждандарҙың торлаҡ алыуға беренсе иғәнә өсөн ( на первоначальный взнос) банкка һалып барған аҡсаларын республика бюджеты иҫәбенә субсидиялауҙы һәм килешелгән ваҡыт үткәндән һуң (3-6 йыл) йылына 5,5-7% ставкаһы менән ипотека кредиты алыу мөмкинлеген күҙ уңында тота

Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы 2014 йылда старт алды. Республиканың торлаҡ баҙарын стимуллау буйынса ыңғай тәжрибәһе федераль кимәлдә билдәләнде һәм башҡа төбәктәргә индерергә тәҡдим ителде. Әлегә беҙҙәге ише программа Краснодар крайында ғына эшләп килә. Унда ул 2010 йылдан эшләй башлаһа ла, ҡатнашыусылар һаны яғынан күпкә ҡалыша.
Фото: интернет.
Читайте нас