Новости
14 Ноябрь 2019, 11:04

Йөрәгең нисек түҙәлер, Эльмира?

Мазовтарҙың ғәйеп булыуына оҙаҡламай өс аҙна тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайҙалығы тураһында ошоға тиклем исмаһам бер генә яңылыҡ та юҡ шул.

Мазовтарҙың ғәйеп булыуына оҙаҡламай өс аҙна тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайҙалығы тураһында ошоға тиклем исмаһам бер генә яңылыҡ та юҡ шул.
Халыҡ уларҙы тәүҙә бик дәртләнеп эҙләргә керешкәйне. Ирекмәндәр тупланды, көн тимәй, төн тимәй эҙләүгә сыҡты. Ғаиләнең был проблемаһын белгән кешеләр урам буйында иғтибарлыраҡ була башланы, Мазовтарға оҡшаған кешеләрҙең фотоларын ебәрәләр ине. Тик ваҡыт үтә тора, һөҙөмтә юҡ. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, үҙ донъяһы шул. Ә бына балаларҙың әсәһе Эльмираның йөрәге нисек түҙә икән?
Билдәһеҙлектә ултырыуы бигерәк ҡурҡыныс бит. Айырыуса хәл иң яҡын кешеләреңдең ғүмеренә бәйле булғанда. Ни үҙе лә бер ни эшләй алмай. Эльмира эҙләү барышы, яңылыҡтар тураһында көн һайын “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә уртаҡлашып тора. Бөгөн иртән дә ул балаларының һәм иренең асыҡ күренгән, яңыраҡ фотоларын һалған.
“Яңылыҡтар юҡ, эҙләү дауам итә. Кем дә кем уларҙы күрһә, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Ярҙам өсөн бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Таныу өсөн асығыраҡ фотолар һалам”, – тип яҙҙы ул.
Ғәзиздәре өсөн йөрәге телгеләнгән әсәнең хәлен күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Түҙ, Эльмира, яҡшыға өмөтлән!
Фото: Эльмира Мазованың сәхифәһенән.

Альфия Мингалиева

Читайте нас