Новости
14 Ноябрь 2019, 16:54

Рәмил атып үлтергән егеттәр кем булған?

Рәмил Шәмсетдинов... Был һалдат тураһында бөгөн белмәгән кеше бик һирәктер. Матбуғатта фажиғә тураһында тәүге мәғлүмәттәр донъя күргәндән алып уҡыусылар Рәмилдең тормошо һәм уның үҙе тураһында күпте белде. “Һәйбәт, шаян, тыныс, ысын егет” һәм башҡалар. Ә һәләк булғандар кем һуң?

Рәмил Шәмсетдинов... Был һалдат тураһында бөгөн белмәгән кеше бик һирәктер. Матбуғатта фажиғә тураһында тәүге мәғлүмәттәр донъя күргәндән алып уҡыусылар Рәмилдең тормошо һәм уның үҙе тураһында күпте белде. “Һәйбәт, шаян, тыныс, ысын егет” һәм башҡалар. Ә һәләк булғандар кем һуң?
Улар ҙа бит кемдеңдер улы, ире һәм атаһы. Тик ни эшләптер матбуғатта был турала әллә ни мәғлүмәт тойолмай. Ни бары “бабай” булғандар, йәштәрҙе рәнйеткәндәр, туҡмағандар һәм башҡа насар һүҙҙәр генә ишетәбеҙ.
Был һигеҙ кеше тураһында мәғлүмәт табыуы ысынлап та ауыр. Баҡһаң, Рәсәйҙең һалдат әсәләре комитет-советы хәбәр итеүенсә, уларҙың туғандарына бик ҡәтғи рәүештә журналистарға егеттәр тураһында бер нимә лә һөйләмәҫкә ҡушҡандар. Шулай ҙа “Коммерсантъ” хәбәрселәре туғандарына сығып, бер ни тиклем мәғлүмәт алыуға өлгәшкән.
Шулай итеп, бына улар.
Ул көн дежур сменаның командиры 30 йәшлек капитан Владимир Евсеев булған. Ул Серпуховтағы хәрби академияны тамамлаған. Тол ҡалған ҡатыны Анна белдереүенсә, уның вазифа бурыстарына личный состав менән эшләү инмәгән. Шуға күрә Владимирҙың “бабайсылыҡ"ҡа бер ҡағылышы ла булмаған. Капитандың өс йәшлек ҡыҙы хәҙер атайһыҙ үҫәсәк.
Бөтә илгә “танылған” 29 йәшлек өлкән лейтенант Данил Пьянков күп балалы ғаиләлә үҫкән һәм һуңғы йылдарҙа уларҙың берҙән-бер ҡараусыһы булған, тиҙәр. Бәләкәй саҡтан хәрби булырға хыялланған, шуға тәүҙә Нахимов хәрби-диңгеҙ училищеһында, уны тамамлағас, Хәрби-инженер институтында белем алған. Читаға билдәләү буйынса эләгә, яңыраҡ өйләнгән булған.
Сержант Роман Ковалев та армияға күңел ҡушыуы буйынса китә. Был тормошондағы өсөнсө контракт була, ул тамамланғас, егет хәрби карьераһын дауам итергә йыйына. Ҡатыны һәм өс йәшлек ҡыҙы ҡалған. Ефрейтор Алексей Андреевты ла кәләше һәм ата-әсәһе башҡа күрмәйәсәк. Оператив эш итеү төркөмө командиры ауыр йәрәхәт ала, һәм госпиталдә ғүмере өҙөлә. Уға 19 йәш була.
21 йәшлек Артем Никишин өсөн был ҡанлы наряд һуңғыһы булырға тейеш булған. Иртәгәһенә уны демобилизация көтә лә бит, тик... Артемдан һуң күп тә тормай Анатолий Куропов та ҡайтып китергә йыйына. Алтай крайынан килгән егет ул көндө ашҡынып көтә, сөнки ата-әсәһенә уның ярҙамы талап ителә. Баҡһаң, яңыраҡ ҡына ауыр сирҙән уның апаһы үлеп ҡалған булған.
Рядовой Андрей Покотило армияға техникумды тамамлағас саҡырыла. Уның да хеҙмәт ваҡыты бөтөп килгән, ике аҙнанан ҡайтып китергә йыйынған.
Тағы ла бер һалдат Егор Богомолов әсәһенең берҙән-бер улы булған. Политехник техникумды уңышлы тамамлап, хеҙмәт итергә китә. Уға ла ҡайтып китеү өсөн бер нисә аҙна ғына ваҡыт ҡала.
Һүҙ ҙә юҡ, был егеттәр бик йәл. Уларҙың ата-әсәһе, ҡатындары, балалары йәл. Рәмил үҙе тәүҙә был ҡылығында үкенмәйем ти ине. Аҙаҡ ике кеше яңылыш эләкте, улар йәл тигән. Һуңғы һорау алыуҙар ваҡытында иһә ни бары бер офицерҙы ғына үлтерергә теләгәне тураһында хәбәр иткән.
Кемде нығыраҡ йәлләргә? Был ҡот осҡос фажиғәле кемде ғәйепләргә? Быны суд һәм һәр кем үҙе өсөн үҙе генә хәл итә алалыр...
Фото: news.myseldon.com

Альфия Мингалиева

Читайте нас