Быйыл “Йөрәк һүҙе” конкурсында еңеүгә өлгәшкән Земфира Байбулдинаның сығышы күптәрҙе тетрәндерҙе. Мәғлүм булыуынса, уның өсөнсө сабыйы сирле булып тыуа. Ҡыйыу йөрәкле әсә унан баш тартмай, ә бөтә йөрәк наҙын бүләк итеп, яратып ҡарай.
Земфира, конкурс шауҡымы бер аҙ тынғас, үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге диуарында: “Әнүзә Ғиззәтуллинанан был шиғырҙы "Йөрәк һүҙе'' проектында һөйләргә, минең кеүек балалар тәрбиәләгән әсәйҙәргә көс-ҡеүәт бирерлек булһын тип, махсус заказ менән яҙҙырттым. Беҙ бирешмәйбеҙ, ивет...” – тип яҙған һәм шиғырҙы ла баҫтырған.
Был шиғыр береһен дә битараф ҡалдырманы. Бик күптәр инвалид бала ҡараған әсәләргә һоҡланып, фекерҙәрен яҙа: “Әнүзә, Земфира! Һеҙ ошо һүҙҙәрегеҙ менән үҙегеҙҙең бөйөк Әсә исеменә лайыҡ икәнегеҙҙе иҫбат иттегеҙ! Бәхетле, сәләмәт, оҙон ғүмерле бул, Земфира! Күҙеңә генә ҡарап торған бәләкәсең хаҡына бер нимәгә лә бирешмә. Аллаһ ярҙамынан айырмай ул!”, “...был һүҙҙәрҙе нисек тыныс ҡына уҡымаҡ кәрәк... Шул хәтлем йөрәккә үтеп инә...”, “Илай-илай, ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. Афарин, Земфира һылыу, ҡояшҡайың һәр ваҡыт балҡып, йылытып торһон”, “Беҙҙә лә бар ундай һынау. Бирешмәй ҡыҙым, Аллаға шөкөр, алға атлайбыҙ, бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, түҙемлек”.
Тимәк, арабыҙҙа кеше ҡайғыһына, һыҙланыуҙарына, шатлыҡ-ҡыуаныстарына битараф булмағандар күп. Был иһә күңелде йылыта. Бына ошо инде халыҡты тетрәндергән шиғыр:
Таң яҡтыһы... Күҙҙәремде асам,
Серле hиллек тирә-яғымда...
Иң бәхетле иртәм бөгөн минең -
Әсәй булдым әле тағын да...
Әсәй булдым йәнә... Ҡыҙым тыуҙы!
Ҡотлай мине, гүйә, бар ғаләм!!!
Әйтерhең дә, хәҙер бар Ер шары
Ҡыҙым тирәhендә әйләнә...
Ҡыҙым тиеп алһыу таңым атты,
Уның өсөн янды бар йондоҙҙар,
Байрам итте барлыҡ йыһаным.
Татлы уйзарыма сумамын...
Ҡасан ғына алып килерҙәр ҙә
Сабыйымды наҙға сорнармын...
Дежур табиптарға өндәшәмен,
(Оҙаҡ кеүек булды түҙергә).
“Асыҡҡандыр инде ҡолонсағым,
Мөмкинме әле уны курергә?”
Эй, ашҡына йөрәк. Бына хәҙер
Әсә hөтөн тәүгә тәмләтергә
Күкрәгемә ипләп hалырмын.
Ҡараштары менән иркәләнеп,
Мыш-мыш килеп имер сабыйым.
Эй, сихри мәл... Уны аңлатырга
Ниндәй генә hүҙҙәр табайым?
Ту3та, ана, ишек асылды...
Эй юҡ, күренмәйсе... Өлкән табип,
Шәфҡәт туташтары керәләр...
Сәйер тынлыҡ... Шул тынлыҡты боҙоп,
“Балам асыҡҡандыр, мөмкинме
Йәнә тынлыҡ... Унан ауыр һулыш...
Өлкән табип күҙгә ҡарамай,
Һүҙен башлай: – Ханым, беләгеҙме,
Уны күрергә әле ярамай...
Төрлө хәлдәр була был тормошта...
Тик һеҙ быға тыныс ҡарағыҙ...
Яман диагноз әле асыҡланды –
Ҡояш ҡыҙы – һеҙҙең балағыҙ...
“Яман диагноз әле асыҡланды –
Ҡояш ҡыҙы – һеҙҙең балағыҙ...”
Мең ярсыҡҡа йөрәк теленде...
Бер минутҡа телһеҙ ҡаламын...
Нисек инде... Ышанмайым һис тә,
“Ышанмайым, был өнөмдә түгел!
Килтерегеҙ миңә баламды!!!”
Табиптарҙы этеп, карауаттан
Төшмәк булдым үҙем, бисара...
“Ханым, баш тартығыҙ, бәлки, сабыйҙан?
Диагноз яман... башҡа юҡ сара”.
Үкһеп илап, кире йығылдым..
Ишетмәйем башҡа бер кемде.
Эй, Хоҙайым, нишләп беҙҙең менән?..
Ни ғәйебем өсөн бирелде?..
Шомлоҡ һөргән ҡара бүлмәне
Шул саҡ кинәт яҡты нур баҫты.
Ҡараштарым күсә тәҙрәгә –
Ана, офоҡта яңы ҡояш ҡалҡты...
Ә бер нуры, тәҙрә аша үтеп,
“Эй, ҡатынҡай, был сабыйың һиңә
Күктән бүләк итеп бирелде.
Ҡояш ҡыҙы бит ул... Табиптарҙың,
Кешеләрҙең һүҙен тыңлама.
Изгелек һәм һөйөү илсеһе тип,
Тик көслө бул, зинһар, илама...
Беләм, ҡыйын булыр... Тик һәр ваҡыт
Һәм шул саҡта ғына төшөнөрһөң
Йәшәү мәғәнәһе серенә...”
Ишеттегеҙме, ҡояш ҡыҙы – балам!
Минең ҡаным, минең йәнем бит ул,
Мең ғазаптар булыр. Булһын әйҙә!
Шулайыраҡ булды ул иртә...
Йылдар үтте инде ул хәлдән...
Йәшәүебеҙ йәме булып, ана,
Ҡояш ҡыҙым йөрөй эргәмдә...
Киң күктәрҙә ҡояш биҙәгәндә,
Беҙҙең өйҙөң йәме – һин, балам.
Кескәй йөрәгеңдә күпме нур бар,
Наҙ бар, моң бар – уйлап, таң ҡалам.
Ниндәй генә ауыр минутта ла
Тик кешеләр... Бына тик кешеләр...
Текләп ҡарай нурлы йөҙөңә...
Бәғзеләре ҡыҙыҡһынып ҡарай!!!
Кемеһелер ҡарай ҡыҙғанып!!!
Килештереп, хатта ҡайһылары
Ситкә китә, әллә, сирҡанып?!..
Балаларын яҡын ебәрмәйҙәр.
Йоғоп ҡуйыр, әллә, тиһеңме?!
Һин бит шул уҡ әсә, минең кеүек?!
Шартлай яҙам! Йөрәк, түҙ инде...
Ул да шул уҡ бала... һис кәм түгел.
Ник айырып уға ҡарарға...
Айырым мөхит, имеш, кәрәк тигән
Тоҙһоҙ уйҙар килә ҡайҙарҙан?
Эй, кешеләр... Аңлаһағыҙ ине,
Бер ғәйепһеҙ бала күңелен...
Саф күңелле ҡояш балалары
Улар килгән беҙҙең арабыҙға
Аңлатырға тормош асылын...
Иман, һөйөү һәм ышаныс булһа
Бәхет ҡапҡалары асылыр...
Бысранып та бөткән күңелдәрҙе
Яҡтырталар улар, йылмайып.
Йылмай, балам, шаяр, уйна, көл,
Күпме шаярһаң да, тыймайым!
Мин бит иңдә ауыр сирҙе түгел,
Ҡояштың үҙен йөкмәп барамын.
Йылмай, ҡыҙым, ҡояш ҡыҙым минең!
Йәшәү йәмен һиндә табамын!
Ишетегеҙ, ҡояш ҡыҙы – балам!
Минең ҡаным, минең йәнем бит ул,
Мең ғазаптар булыр. Булһын әйҙә!
Фото: ”Бәйләнештә” социаль селтәренән.