Новости
11 Ноябрь 2019, 16:22

Таныш түгел кешенән әйбер алмағыҙ!

Күршемдең һөйләгәндәренән сәс үрә торҙо. Ул тыумышы менән Сибай ҡалаһынан, форсат сыҡҡанда тыуған яҡтарына елдереп ҡайтып әйләнә, былай саҡта ла төрлө сәбәп табып, туғандары менән күрешеп килә.

Күршемдең һөйләгәндәренән сәс үрә торҙо. Ул тыумышы менән Сибай ҡалаһынан, форсат сыҡҡанда тыуған яҡтарына елдереп ҡайтып әйләнә, былай саҡта ла төрлө сәбәп табып, туғандары менән күрешеп килә.
Ҡыҫҡаһы, юл йөрөүгә әүәҫ. Ә юл хаҡын ҡаплау маҡсатында йыш ҡына юлаусылар ултырта һәм "посылка" ташый. "Посылка" тигәнем, халыҡ телендә - сумка, документ һәм бүтән төрлө әйберҙәр. Шәмбе көнө кис юлға сыҡканда берәү Өфөнән Баймаҡҡа ҙур булмаған ҡумта биреп ебәргән, әлбиттә, алдан һөйләшелгәнсә аҡсаға.
– Ярты юлға етәрәк, багажникта сыйылдашҡан әсе тауыштар сыға башламаһынмы, – ти Иҙрис. – Башта бер нимә лә аңламаным, көҙгө аша артҡа ҡарайым, пассажирҙар ҙа аптырашта ҡалған. Башта ниндәй генә уйҙар уралманы. Туҡтап багажникты асыуым булды, борсаҡ һипкән шикелле, билдәһеҙ йәнлектәр һикерешеп тышҡа атылмаһынмы!
Баҡтиһәң, теге кеше ҡумтаға ирлән балаларын һалған. Ә улар, 35 градус эҫелеккә бешә башлағас, ҡумтаны аҡтарып сыҡҡан да ҡурҡыштарынан сыйылдарға тотонған.

Иҙрис һөйләүенсә, ярай был - ябай йәнлек, ә уның урынында ҡорал йәки бүтән тыйылған нимәләр булыуы ла ихтимал ине бит.
Шуға әйберҙе ҡабул итер алдынан шик менән ҡарарға, уның нимә булыуын тикшерергә, хатта алмаҫҡа кәңәш итәләр.


Илдар Акьюлов



Фото: интернет.

Читайте нас