Новости
10 Ноябрь 2019, 09:01

Әмир әсәһен бөтөнләй иҫкә алмай...

Яңауыл малайы Әмирҙе хәтерләйһегеҙме? Меҫкен алты йәшлек малай, бер аҙна самаһы әсәһенең үле кәүҙәһе янында ултырып, үҙе саҡ иҫән ҡалғайны. Бер айҙан ашыу дауаланып, көс-хәл менән кеше булып китте малай.

Яңауыл малайы Әмирҙе хәтерләйһегеҙме? Меҫкен алты йәшлек малай, бер аҙна самаһы әсәһенең үле кәүҙәһе янында ултырып, үҙе саҡ иҫән ҡалғайны. Бер айҙан ашыу дауаланып, көс-хәл менән кеше булып китте малай.
Билдәле булыуынса, уның ата-әсәһенән башҡа яҡын туғандары юҡ. Малайҙы әсәһенең бер туған апаһы, опекаға алып, Мәскәүгә йәшәргә алып киткәйне. Әле Әмирҙең баш ҡалала нисек йәшәүе билдәле булды.
Ул баш ҡалаға, ундағы балалар баҡсаһына, яңы ғаиләһенә өйрәнеп бөтөп бара. Һәр ваҡыт хыялланғанса, Әмир бассейнлы балалар баҡсаһына йөрөй икән. Уға тәүҙә реабилитация кәрәк буласаҡ, тиҙәр ине, асыҡланыуынса, бындай ихтыяж юҡҡа сыҡҡан.
Малай һауыҡҡан һәм психик яҡтан да сәләмәт. Тик... ул әсәһе тураһында иҫенә төшөрмәй һәм бер нимә лә һөйләмәй икән. Ҡайһы берҙә бер сәбәпһеҙ илап та ала. “Ниңә илайһың?” тигән һорауға Әмир “Белмәйем” тип яуап бирә.
Ул яңы ғаиләһен һәм таныштарын ҡайғыртмаҫ һәм ауыр уйҙары менән борсомаҫ өсөн, әсәһе тураһында һөйләмәй, тигән фараз да бар. Психологтарҙың фекеренсә иһә, ҡот осҡос стресс кисергән малайҙың психикаһы, уны һаҡлау маҡсатында, был ҡурҡыныс ваҡиғаны һәм әсәһен “онотторған”, төпкө аңына “бикләп ҡуйған”.
Нисек кенә булмаһын, хәҙер Әмиргә ҡурҡыныс янамай. Яңы ғаиләһендә бәхетле булып йәшәһен, тип теләйек уға.

Фото: zen.yandex.ru

Альфия Мингалиева


Читайте нас