Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дуҫлыҡ урамында йәшәгән ҡатын иртән тороп сыҡһа, ни күҙе менән күрһен…
“Лада Гранта” машинаһының ишектәрен монтаж күбеге менән йәбештереп киткәндәр. Аптырауының сигенә сыҡҡан ҡатын ни уйларға ла белмәй. Күршеләре, машинаға урын етмәгәнлектән, шулай этләшкәндер, тип уйлай үтеп барыусылар.
Эшкә полиция йәлеп ителгәс, улар түбәндәгене асыҡлаған: баҡтиһәң, ҡатындың элекке һөйгәненең эше булып сыға был. Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым, тиһәләр ҙә, бындай эш егетлек түгел инде…