Новости
6 Ноябрь 2019, 12:26

Аталы-уллы Шәмсетдиновтар осрашты

Байкал аръяғы крайындағы хәрби часта һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән һалдат Рәмил Шәмсетдиновтың атаһы улы ултырған төрмәгә килде. Читаның гарнизон хәрби суды һалдатты ике айға ҡулға алғайны.

Байкал аръяғы крайындағы хәрби часта һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән һалдат Рәмил Шәмсетдиновтың атаһы улы ултырған төрмәгә килде. Читаның гарнизон хәрби суды һалдатты ике айға ҡулға алғайны.


Сәлим Шәмсетдиновтың әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәр араһындағы кешелекһеҙ, кәмһетеүле мөнәсәбәттәр Рәмилде ҡоралға тотонорға мәжбүр иткән. ”Уны нимә сығырынан сығарған? Аңлашыла бит инде - “дедовщина”, даими рәүештә оҙайлы яфалау. Уны шундай хәлгә килтереп еткергәндәр”, - тигән атай.

“Исмаһам, ғүмерлеккә төрмәгә япмаһындар ине, ул бит әле бик йәш (Рәмил Шәмсетдиновҡа 20 йәш). 15 йыл бирһәләр ҙә артабан кешесә йәшәргә мөмкинлек бар,”- тип өмөтләнә өлкән Шәмсетдинов.


Край гәзиттәренең береһендә баҫылған интервьюла атай улының ҡарашы өлкәнәйеүен, психикаһында бер ниндәй үҙгәреш күҙәтелмәүен белдергән. Улы өйҙәге хәлдәрҙе һорашҡан, төрмәлә армиялағыға ҡарағанда яҡшыраҡ ашатыуҙарын билдәләгән. “Фажиғә тураһында һөйләшмәнек, әммә мин был хәлдең “дедовщина” арҡаһында килеп сыҡҡанын аңланым. Ул миңә үҙен ахыр сиккә еткергәндәрен аңлатты,” - тигән атай.


Д.Ғәбдрәхимова.



Фото: A42.ru.

Читайте нас