Новости
5 Ноябрь 2019, 09:40

Республикабыҙҙа – яңы байрам

Төбәк Хөкүмәте республикала Милли кейем байрамы булдырыу тураһында документтар әҙерләгән. Был хаҡта Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ойошторолған тантаналы йыйылышта белдерҙе.

Яңы байрам “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.Ул йыл да апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үтәсәк.
- Төбәгебеҙҙә 164 милләт вәкиле татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең күркәм йолалары, ҡабатланмаҫ мәҙәниәт үҙенсәлектәре бар. Республикала бындай байрамды ойоштороу ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға, үҫеп килгән йәш быуында рухи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, - тине беренсе вице-премьер үҙ сығышында.

Фото: Лилиә Ғиззәтуллина архивынан.
Читайте нас