Бер йәшлек балаһы менән тол ҡалған вахтовик ҡатыны ярҙам һорай. Уның ире өс аҙна элек Свердловск өлкәһенең Талица ҡалаһы эргәһендә булған аварияла үлеп ҡалғайны.
Иртән еңел машинала вахтанан ҡайтып килгәндә, ҡаршы елгән фураға бәрелеп, өс пассажир һәләк була – барыһы ла Башҡортостан кешеләре. Алдан фаразлауҙар буйынса, сит ил машинаһы водителенең йоҡлап китеүе фажиғәгә сәбәпсе.
Мәсетле районында йәшәгән 22 йәшлек Ынйы Ғәлимова ғаилә башлығының вафатынан һуң бер йәшлек ҡыҙы менән тороп ҡала. Етмәһә, ул Бөрөлә юғары уҡыу йортонда белем ала, шунлыҡтан матди яҡтан ауыр хәлдә ҡала. Урындағы властан ярҙам күрмәй, шуға республика Башлығына мөрәжәғәт итергә мәжбүр.
"Ғаилә ҡараусыһыҙ тороп ҡалды. Мәрхүм иремдең пенсияһын минең исемгә күсерергә рөхсәт итмәйҙәр. Ул һуғыш хәрәкәттәре ветераны ине, тик тейешле пособиены беҙгә түләмәйҙәр. Миңә, зинһар, ярҙам итегеҙ. Минең теләгемде ишетерһегеҙ тип өмөтләнәм", – тигән мөрәжәғәтен электрон ҡабул итеү сайтында яҙып ҡалдырған.
Фото: Ынйы Ғәлимованың шәхси архивынан.