Новости
3 Ноябрь 2019, 10:59

Бәләкәй балаларҙа ҡайҙан был тиклем ҡәбәхәтлек?

Ярославлдә балалар баҡсаһында ла "бабайлыҡ" тәртибе урынлаштырылған.

Ярославлдә балалар баҡсаһында ла "бабайлыҡ" тәртибе урынлаштырылған.
Әле генә бер егет хәрби хеҙмәттә "бабайлыҡ" тәртибенә түҙә алмайынса хеҙмәттәштәрен атып үлтерһә, Ярославль ҡалаһындағы 236-сы балалар баҡсаһындағылар тиңдәш ҡыҙын туҡмай.


Был хәл тышта уйнарға сыҡҡан саҡта була. Бер нисә бала ҡыҙҙы тибә, һуҡҡыслай, ә тәрбиәсе ҡайҙалыр йөрөй. Етмәһә, уның ерҙә ятҡанын күреп ҡалғас, "Нимә ерҙә ятаһың!" – тип был балаға ҡысҡыра.


Инцидентты Никита Макарьин фатиры тәҙрәһенән видеояҙмаға төшөргән һәм интернетҡа һалған. Әле тәрбиәсене эшенән ситләткәндәр.


“Әлбиттә, был хәл хәҙер бөтә илгә билдәле булды. Унан һуң тәрбиәсене лә, балалар баҡсаһы етәкселеген дә үҙ вазифаларында ҡалдырырҙармы икәнлеге әлегә билдәһеҙ, әммә ҡала департаментында инцидентҡа асыҡлыҡ индерергә вәғәҙә иткәндәр.

Венера Ғәбитова


Фото: интернет.


Читайте нас