Новости
30 Октябрь 2019, 21:00

Софья хаҡында күңелһеҙ хәбәр килде

Күптән түгел генә Софья Ғиззәтуллинаның Израиль дауаханаһына китәсәге хаҡында хәбәр иткәйнек. Баш бармаҡтары тоташып, баш һөйәге ҡыҫылып үҫкән ҡыҙға был ил табиптары ҡатмарлы операция эшләргә әҙер булыуын белдергәйне.

"Сит ил паспортын ике көн эсендә эшләп бирҙеләр. Билет 25 октябргә алынған. Барлыҡ сығымдарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ҡаплай. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт!" – тигәйне Регина исемле ирекмән.

Үкенескә ҡаршы, яңы ғына күңелһеҙ хәбәр еткерҙеләр: Софья Израилгә оса алмаған. Сәбәбе – тейешле документтарҙы әҙерләп өлгөрмәгәндәр.

Шулай ҙа был аңлашылмаусанлыҡ яҡын арала ыңғай хәл ителер, тип ышанайыҡ.

Венер ИСХАҠОВ.

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Читайте нас