Новости
30 Октябрь 2019, 21:00

1,5 миллион һум отҡан!

Башҡортостандан Сергей Казаков лотерея һатып алған һәм был хаҡта онотҡан. Аҙаҡ 1,5 миллион һумлыҡ фатирҙы отоуы хаҡындағы смс-хәбәрҙе күргәс, иҫ-аҡылы киткән.

Ир был хаҡта телефонына смс-хәбәр килгәс белгән.


Башҡортостандан Сергей Казаков лотерея һатып алған һәм был хаҡта онотҡан. Аҙаҡ 1,5 миллион һумлыҡ фатирҙы отоуы хаҡындағы смс-хәбәрҙе күргәс, иҫ-аҡылы киткән. Баҡтиһәң, ул былай ҙа Мәскәүгә һөйгәне эргәһенә күсергә теләгән, ә бының өсөн уның аҡсаһы етмәгән. Шуға ул отошто аҡсалата аласаҡ һәм фатирлы булыу өсөн файҙаланасаҡ.


Сергей Казаков – механик. Ул Мәскәүҙә фатир алыу өсөн аҡса йыйған була. Хәҙер ошо суммаға лотерея аҡсаһын да ҡушып фатир алмаҡсы. Килһә, килә бит бәхет!


А. Низамова.


Читайте нас