Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
29 Октябрь 2019, 21:00
Республика дауаханаларында баш табиптарҙы алмаштырҙылар
Башҡортостанда өс ҙур дауахананың баш табиптары алмашынды. Ғ.Ҡыуатов исемендәге 1-се Республика клиник дауаханаһын Эльза Сыртланова етәкләй.
Башҡортостанда өс ҙур дауахананың баш табиптары алмашынды.
Ғ.Ҡыуатов исемендәге 1-се Республика клиник дауаханаһын Эльза Сыртланова етәкләй.
1-се Республика клиник дауаханаһының элекке баш табибы Ринат Нагаев Өфөнөң 21-се дауаханаһына күсте. Үҙ сиратында, ошо дауахананың экс-башлығы Гөлнара Мостафина Өфөнөң 50-се поликлиникаһы етәксеһе вазифаһын биләне.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үҙгәрештәрҙе планға ярашлы кадрҙар ротацияһы менән аңлаттылар, тип хәбәр итә
РБК
.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда 18 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын ҙур үҙгәрештәр көтөүе хаҡында
хәбәр иткәйне
. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин процестың оҙайлы буласағын һәм 2020 йылдың 1 апреленә тамамланырға тейешлеген белдерҙе.
Фото: автор.
http://www.bashinform.ru/bash/1372861/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"