Америка колледжының студенты күңелһеҙ хәлдә тороп ҡала. Бала ҡараусыһы, алдан иҫкәртмәйенсә, уның бер йәшлек сабыйын ҡарауҙан баш тарта. Ни эшләргә? Бер-ике сәғәт эсендә балаһын ҡарарға риза булыусы кешене лә табырмын тимә, һәр береһе үҙ эш менән мәшғүл. Ни сессия алдынан мөһим лекцияны ҡалдырып булмай… Башы ҡатҡан ҡатын шунда уҡ профессорына хәбәр ебәрә. Яуапты оҙаҡ көтөргә тура килмәй – уҡытыусы баланы колледжға алып килергә ҡуша.
Студент аудиторияға килеп инеү менән, профессор Рамата Сиссе баланы үҙенә ала. Туҡыманан слинг эшләй һалып, сабыйҙы арҡаһына аҫып та ҡуя.
- Африкала беҙ тап ошо ысулды ҡулланабыҙ, - тип аңлата Сиссе, - барығыҙ, конспект яҙырға әҙерләнегеҙ.
Бала иҙрәп йоҡлап китә, ә уҡытыусы өс сәғәт буйы лекция уҡый.
- Әсәйем, рухлы кеше булараҡ, бер ҡасан да үҙ асылына хыянат итмәй. Һәр кем унан үрнәк алһын ине, - ти был хаҡта Раматаның ҡыҙы. – Кеше балаһын үҙ балаһылай баҡҡан әсәнең ҡыҙы булыуы менән бәхетлемен.