Стәрлетамаҡ ҡалаһында “джип” автомобиле юлдан тайпылып, йәмәғәт транспорты туҡталҡаһына барып бәрелә һәм аҙыҡ-түлек магазинына барып инә. Тәү тикшереүҙәр шуны асыҡлаған: водителдең ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелә һәм ул идара итеүҙе юғалта.
Бәхеткә күрә, был ваҡытта туҡталышта бер кем дә булмай, магазин эсендәге кешеләр ҙә иҫән ҡала. Тикшереү эштәре дауам итә.