Сара Мостай Кәримдең улы — яҙыусы, тәржемәсе, атаһының байтаҡ әҫәрҙәрен рус телле китап уҡыусыларға еткергән
Илгиз Кәримов иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Ул күп томлыҡты әҙерләүгә байтаҡ көс һалды. Шулай уҡ сарала Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығын төҙөүгә ҙур өлөш индергәндәргә — ғалим һәм әҙәбиәтсе Ғайса Хөсәйеновҡа, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Айбулат Псәнчинға, филологтар Миңлеғәли Нәҙерғоловҡа, Фирҙәүес Йоносоваға, Флорида Фазыловаға һәм башҡаларға рәхмәт белдерҙеләр.