Новости
27 Октябрь 2019, 21:00

Нимә ҡыҙыҡ: һәләк булған йәнлекме, сепрәкме?

Татар эстрадаһының билдәле йырсылары Фирдус Тямаев менән Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Гүзәл Уразова юлда, Мәсетле районында осрашҡан.

Татар эстрадаһының билдәле йырсылары Фирдус Тямаев менән Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Гүзәл Уразова юлда, Мәсетле районында осрашҡан.


Уразованың социаль селтәрҙәге рәсми битендә ҡуйылған видеояҙмала ихлас осрашҡан, күрешкән сәхнәләштәрҙең кәйефе шәп, әммә... Юлда тапап кителгән йәнлектең мәйетенә оҡшаған нимәлер ята, был икәү иһә тап шуға төртөп күрһәтеп хәбәр һөйләй, көлә төҫлө.


Видео социаль селтәрҙәрҙә ҙур ғауға ҡуптарған. Ер менән тигеҙләнгән мәхлүктән көләһегеҙ икән, үҙегеҙ ҙә кеше сифатын юғалтҡанһығыҙ, тиеүселәр күберәк.
Гүзәл был хәлгә аңлатма биреп маташҡан һәм юлда йәнлек мәйете түгел, ә сепрәк ята, тип белдергән. Үҙемә, ғаиләмә ҡарата бысраҡ түгеүселәр, кәмһетеүселәр, янаусылар туҡтамаһа, судҡа мөрәжәғәт итәсәкмен, тигән. Үҙе һәм Фирдус өсөн ғәфү үтенгән.


Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән тигән халыҡ мәҡәле ошо осраҡҡа ифрат тап килә кеүек...


Г. САЛАУАТОВА.


Фото: ufa1.ru

Читайте нас