Новости
24 Октябрь 2019, 21:00

Йылылыҡ өсөн нисек түләйәсәкбеҙ?

2019 – 2020 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһының барлыҡ муниципаль берәмектәре йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙең яңы ысулына – йылытыу осоро барышында “1/8” схемаһына – күсә. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең 2018 йылдың 28 сентябрендәге 479-сы ҡарары менән ҡабул ителде.

2019 – 2020 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһының барлыҡ муниципаль берәмектәре йылылыҡ энергияһы өсөн түләүҙәрҙең яңы ысулына – йылытыу осоро барышында “1/8” схемаһына – күсә. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең 2018 йылдың 28 сентябрендәге 479-сы ҡарары менән ҡабул ителде.


Яңы сумма менән квитанциялар ҡасан киләсәк?


“1/8” схемаһы халыҡ өсөн аңлайышлыраҡ һәм асығыраҡ. Дөйөм йорт йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборы (ОДПУ) булғанда, иҫәпләүҙәр әлеге ҡорамалдағы күрһәткестәр буйынса ресурсты ғәмәлдәге ҡулланыуҙан сығып башҡарыласаҡ. Анығыраҡ итеп әйткәндә, ай эсендә ысынында күпме ҡулланылғаны һәм күпме түләргә кәрәклеге күренеп торасаҡ. Әгәр иҫәпләү приборы ҡуйылмаған икән, түләүҙәр Башҡортостан Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән нормативтарҙан сығып һаналасаҡ.


Яңы “1/8” ысулы буйынса йылылыҡ өсөн түләүҙәр квитанцияһын Башҡортостан халҡы октябрҙә аласаҡ.


Йәйге айҙар өсөн ҡабаттан иҫәпләүҙәр буласаҡмы?


2020 йылдың тәүге кварталында күп фатирлы йорттарҙа дөйөм иҫәпләү приборы булғанда, 2019 йылда файҙаланған йылылыҡ өсөн яңынан иҫәпләү башҡары­ласаҡ, сөнки быйыл йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем түләүҙең элекке ысулы – календарь йыл буйына бер тигеҙ түләүҙәр ҡулланыла ине. Ә 2021 йылдан башлап яңы 1/8 яңы ысулы буйынса түләүҙәрҙә корректировкалау кәрәкмәйәсәк.


Йылылыҡ өсөн түләүҙәр нисек иҫәпләнәсәк?


Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең күләме дөйөм йорт йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборы булыуына ҡарап билдәләнәсәк:
l прибор булғанда – уның ғәмәлдәге күр­һәтеүҙәренән сығып (күп фатирлы йорттарҙа торлаҡ майҙанына пропорциональ рәүештә);


l прибор булмаған осраҡта – Башҡортостан Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан раҫланған ҡулланыу нормативтарынан сығып (үҙ сиратында улар йорттарҙың нисә ҡатлы булыуынан, нисәнсе йылда төҙөлгәнлегенән, стеналары ниндәй материалдан булыуынан сығып билдәләнә).


Шуныһын әйтеп үтеү мөһим: тышҡы һауа температураһы – дөйөм йорт иҫәпләү приборы булғанда йылылыҡ энергияһын ҡулланыуға йоғонто яһаған төп факторҙың береһе: урамда һыуығыраҡ булған һайын, йорт, фатирҙарҙа уңайлы температура тотоу өсөн йылылыҡ энергияһын күберәк ҡуллана. Шулай итеп, айлыҡ иҫәпләүҙәр һиҙелерлек айырылып торасаҡ: көҙ һәм яҙ мөмкин тиклем аҙыраҡ күләмдә, ҡыш – ҙур ғына сумма.


Яңы ысулдың ыңғай һәм кире яҡтары


Түләүҙәр асығыраҡ буласаҡ. Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе иҫәпләүҙең дөрөҫлөгөн тикшереү элекке алым менән сағыштырып ҡарағанда еңелерәк буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, прибор буйынса ағымдағы айҙа йорт күпме йылылыҡ сарыф итеүен белеү ҙә етәсәк.


Йылылыҡ өсөн йәй айҙарында түләргә кәрәкмәйәсәк


Йыл һөҙөмтәләре буйынса түләүҙәрҙе корректировкалау талап ителмәйәсәк. Тимәк, элек күп һорауҙар тыуҙырған ҡабаттан иҫәпләүҙәр булмаясаҡ.


Йылылыҡ өсөн түләүҙәр күләме йылытыу миҙгелендә артасаҡ, уның ҡарауы, йәй был түләүҙәр бөтөнләй булмаясаҡ.


Льготалар биреләсәкме?


Граждан­дарҙың айырым категорияларына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә социаль ярҙам сығымдар күләменә ҡарап билдәләнәсәк, йәғни түләүҙәрҙең миҙгелле булыуы иҫәпкә алынасаҡ. Граж­дандарҙың түләүҙәре артыу менән бер рәттән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы компенсациялау ҙа артасаҡ.


Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүҙәр буйынса халыҡҡа социаль ярҙам саралары граждандарға субсидиялар һәм айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) рәүешендә бирелә. Айлыҡ аҡсалата компенсация алыу хоҡуғына граждандарҙың түбәндәге категориялары эйә: инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, Чернобылдә булғандар, хеҙмәт ветерандары, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр. Әһәмиәтлелек буйынса икенсе түләү – килем түбән булған граждандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүҙәргә субсидия. Субсидия күләмен махсус эшләнелгән онлайн-калькуляторҙа үҙаллы иҫәпләргә мөмкин: http://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calculator.



И. ХАҠОВ


Фото: интернет.


Читайте нас