Новости
23 Октябрь 2019, 21:00

Башҡортостанда +12 градусҡа тиклем йылыта

Быйылғы көҙ Башҡортостан халҡын йылы көндәре менән ҡыуандыра. Өфөләр дүртенсе «әбейҙәр сыуағы»н иҫәпләне. 25 октябрҙә лә республикала көн һәйбәт була.

Быйылғы көҙ Башҡортостан халҡын йылы көндәре менән ҡыуандыра. Өфөләр дүртенсе «әбейҙәр сыуағы»н иҫәпләне. 25 октябрҙә лә республикала көн һәйбәт була. Синоптиктар фаразы буйынса, кесаҙнанан йомаға ҡарай төндә яуым-төшөм көтөлмәй, ә термометр бағанаһы +2, +7 градустан түбән төшмәй. Көндөҙ һауа +12 градусҡаса йылына.
Өфөлә аҙнаның һуңғы эш көнөндә республикалағы кеүек үк һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +11 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡайһы берҙә ҡояш ҡарауы мөмкин.

Фото: интернет.

Читайте нас