«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, Башҡортостан статистиктары 2019 йылдың икенсе кварталында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әйтәйек, балалар баҡсаһында тәрбиәсенең уртаса айлыҡ эш хаҡы – 29 576 һум, уҡытыусыларҙың – 31 982 һум. Республикала табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡына килгәндә, быйыл икенсе кварталда ул 64 089 һумдан ашты. Шәфҡәт туташтарының эш хаҡы ике тапҡырға аҙыраҡ – уртаса 32 238 һум.