Новости
22 Октябрь 2019, 21:00

Үҙебеҙ эсергә өйрәтәбеҙ түгелме?

Күптәребеҙ Яңы йыл табынына балалар өсөн шампан шарабы ултыртыуҙы модаға әйләндереп алды. Әлбиттә, был күренешкә ыңғай ҡарамағандар ҙа байтаҡ.

Күптәребеҙ Яңы йыл табынына балалар өсөн шампан шарабы ултыртыуҙы модаға әйләндереп алды. Әлбиттә, был күренешкә ыңғай ҡарамағандар ҙа байтаҡ.


Ысынлап та, иҫерткес эсемлек булмаһа ла, әленән үк өҫтәлгә шарап ҡуйып, баланы киләсәктә алкоголь ҡулланыуға өйрәтәбеҙ бит!


Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш психиатр-наркологы Евгений Брюн илдә балалар шампан шарабын һатыуҙы тыйыу идеяһын хуплауын белдергән.
“Ни өсөн тигәндә, был – кире реклама. Ундай эсемлектең баланы артабан алкоголь ҡулланыуға этәреүе ихтимал”, – тигән ул.


Был башланғысты “Айыҡ Рәсәй” федераль проекты вәкилдәре лә хуплай.
“Бөгөн шундай осраҡтар ҙа бар: наркологтар ысын эскесе балаларҙы теркәй. Бындай ауырыуға һабышҡан йәштәрҙе һауыҡтырыу маҡсатындағы бер генә программа ла юҡ”, – тип белдергән проект етәксеһе Солтан Хәмзәев.


Самат ҒӘЛИН.


Фото: otvet.mail.ru

Читайте нас