Новости
22 Октябрь 2019, 21:00

Башҡортостандың һәләтле йәштәре республика башлығы грантын алыу мөмкинлегенә эйә

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы музыка, театр, һынлы сәнғәт һәм хореография сәнғәте өлкәһендә һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурс үткәреү тураһында иғлан итте. Тейешле документ ведомство сайтында баҫылып сыҡты.

Грант гранттар биреү тәртибенә ярашлы дәүләт бюджеь белем биреү учреждениеһына субсидиялар формаһында тапшырыла.
Ғаризалар 2019 йылдың 28 октябренән 1 ноябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлегендә ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 280-87-64.

Фото: Олег Яровиков

Читайте нас