Новости
20 Октябрь 2019, 21:00

“Әсәй, етте, бигерәк оҙаҡ йәшәйһең”

Донъялағы иң яҡын кешеңә шундай һүҙҙәрҙе әйтергә буламы икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйтеү генә түгел быны тормошҡа ашырыусылар ҙа бар шул. Ҡурҡыныс енәйәт Стәрлебаш ауылында була.

Донъялағы иң яҡын кешеңә шундай һүҙҙәрҙе әйтергә буламы икән? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әйтеү генә түгел быны тормошҡа ашырыусылар ҙа бар шул. Ҡурҡыныс енәйәт Стәрлебаш ауылында була.


Өлкән йәштәге әсә улы менән бергә йәшәй. Ҡурҡыныс төндө ул мунсаға бара ла, ҡапыл уның ҡан баҫымы күтәрелә. Дарыу эсеп, иртәрәк йоҡларға ята. Тик бер заман тын етмәй башлауҙан уянып китә һәм улының уны шәле менән быуыуын күреп ҡала. Был саҡта улы иҫерек була.


Ҡатын ҡысҡырып ебәрә, тик ир туҡтарға уйламай ҙа, бысаҡ алып әсәһенең битенә сәнсә. Йәрәхәттән ҡан аға башлай. Әсә улының ҡулына һуға, бысаҡ ситкә осоп китә.


Улы ҡоралын эҙләгән арала ҡатын өйөнән сығып ҡаса. “Барыбер үлтерәм” тип артынан йүгерһә лә, ул күршеһенә инеп өлгөрә. Ҡатындар эстән ишекте бикләй һәм полиция саҡырта. Полиция ҡоторған ирҙе ҡулға ала.


Ҡатындың һөйләүе буйынса, улы уны үлтереү менән йыш янаған. “Әсәй, етәр йәшәргә, кем шул тиклем йәшәй?” - ти ул уға.


Хәҙер иргә суд булған, ул алты йыл да өс ай ҡаты режимлы колонияла ултырасаҡ. Әҙерәк әсәһенән “ял итер”...


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА



Фото: 24tv.ua

Читайте нас