Кисә Өфөлә беҙҙең "Салауат Юлаев" һәм Ҡазандың "Аҡ барыҫ" хоккей командалары миҙгелдә тәүгә осрашты. Матч Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналды, ә боҙға тәүге символик шайбаны әҙиптең ейәне Тимербулат Кәримов ташланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та хоккей ҡарарға килгәйне.
Йәнә бер яңылыҡ шул: быйылдан "йәшел алыш"тың үҙ кубогы бар - Сәксәк Cup. Уйында ниндәй команда еңә, сәксәк уға эләгә. Бөгөн ул матчтан сәғәт ярым алда махсус пьедесталда аренаның фойеһына ҡуйылды, теләгән һәр кем уның янында фотоға төшә алды.
Осрашыу, көтөлгәнсә, иҫ киткес мауыҡтырғыс булды. Матур голдар, осҡон сәсрәтеп һуғышыуҙар... Беренсе осорҙа бер яҡ та шайба индерә алманы. Икенсеһендә мәргән Линус Умарк иҫәпте асты. Әммә ҡазандар уны тигеҙләй алды. Шулай ҙа ҡапҡалары алдында беҙҙең Евгений Лисовецты яңғыҙ ҡалдырып хаталандылар - 2:1!
Өсөнсө осор аҙағында ҡунаҡтар ҡапҡасыларын һөжүм итеүсегә алмаштырҙы. Һәм тағы яңылыштылар. Юлаевсы Александр Кадейкин буш ҡапҡаға өсөнсө шайбаны индерҙе.
3:1 - беренсе сәксәкте элекке алмаштырғыһыҙ капитаныбыҙ Игорь Григоренко беҙҙең командаға тапшырҙы.