20 октябрҙә, яҙыусының бер быуатлыҡ юбилейы көнөндә, “Рәсәй 1” телеканалында “Мостай” документаль фильмы күрһәтелә.
Уның сценарий авторы – Татьяна Саломадина. Фильмды Рәсәйҙә документаль һәм фәнни-популяр кинолар буйынса танылыу яулаған С. С. Медведеваның “Мастерская” кинокомпанияһы төшөргән. Кинола Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, театр һәм кино артистары ҡатнашҡан, улар араһында Владимир Спиваков, Никита Михалков, Иосиф Кобзон, Сергей Безруков, Сулпан Хамматова бар. Бер сәғәт барған фильм халыҡ шағирының оҙон ғүмер тарихына ҡыҫҡа сәйәхәт кеүек кенә.