Новости
18 Октябрь 2019, 21:00

Пакетһыҙ йәшәй алырбыҙмы?

Һеҙҙең дә өйөгөҙҙә пакеттар һалынған пакет бармы? Беҙҙә бер нисәү булһа ла, йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Был, әлбиттә, бер аҙ шаярыу. Ә бына етди уйлағанда, уның тирә-яҡҡа зыяны бик ҙур.

Һеҙҙең дә өйөгөҙҙә пакеттар һалынған пакет бармы? Беҙҙә бер нисәү булһа ла, йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Был, әлбиттә, бер аҙ шаярыу. Ә бына етди уйлағанда, уның тирә-яҡҡа зыяны бик ҙур.


Пластик пакеттарһыҙ йәшәй алырбыҙмы икән? Әле Роспотребнадзор ҡалдыҡтар тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләй. Уға ярашлы, илдә полиэтилен пакет етештереү кәметеләсәк. Ә киләсәктә уны бөтөнләй тыйыу күҙ уңында тотола. Был тәү сиратта магазиндарҙа һәм супермаркеттарҙа ҡулланылған пакеттарға ҡағыла.


Бер ябай ғына шыптыр ҡапсыҡ, ә уның тәбиғәткә зыяны иҫ киткес ҙур. Иҫәпләүҙәр буйынса, аҙнаһына бер пакеттан баш тартып, 33 балыҡты ҡотҡара алабыҙ.


Закон ҡабул ителерме-юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Бында башҡа ведомстволар менән дә фекер алышырға кәрәк. Мәҫәлән Тәбиғәт министрлығы риза булған хәлдә лә, сәнәғәтселәр яғынан ҡаршылыҡтар тыуыуы ихтимал.


Ә һеҙ полиэтилен ҡапсыҡһыҙ йәшәй алаһығыҙмы? Тәбиғәт хаҡына унан баш тартырға әҙерһегеҙме?


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.


Фото: yandex.by

Читайте нас