Новости
15 Октября 2019, 21:00

Түләүҙең 6 мең һумын ҡаплайҙар

Республика хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостандың шәхси мәктәпкәсә ойошмаларында урын алыуға сертификаттар биреү тәртибе раҫланды.

Республика хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостандың шәхси мәктәпкәсә ойошмаларында урын алыуға сертификаттар биреү тәртибе раҫланды.
Тәүге һынау Стәрлетамаҡта башланды. Уның буйынса шәхси балалар баҡсаларына республика һәм урындағы бюджеттарҙан һәр балаға ай һайын 6 мең һум бүленә.
Проект уңышлы ғәмәлгә ашырылған осраҡта, 2020 йылдың 1 сентябренән шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар тапшырыу тәжрибәһе Башҡортостандың бөтә ҡалаларына һәм райондарына таратыла.

Сертификат түләүле муниципаль балалар баҡсаһына урын көткән ваҡытта шәхси мәктәпкәсә ойошмала урын алырға хоҡуҡ бирә.
Фото: интернет.

Читайте нас