Новости
15 Октябрь 2019, 21:00

"Һеҙҙең доғаларығыҙ һаҡлай"

Яратҡан йырсыбыҙ, композитор, алып барыусы Нурия Абдуллинаның яман шештән дауаланыу курстары үтеүе хаҡында яҙа барабыҙ.

Яратҡан йырсыбыҙ, композитор, алып барыусы Нурия Абдуллинаның яман шештән дауаланыу курстары үтеүе хаҡында яҙа барабыҙ.


Ошо көндәрҙә ул Санкт-Петербург ҡалаһына барып ҡайтты. Был хаҡта йырсы үҙенең "Бәйләнештә" төркөмөндә белдерә.


"Бына юлдан һуң бер аҙ ял иттем. Өлкән ҡыҙым менән барҙым. Әгәр балаларым булмаһа... Дауаханалағы мәшәҡәттәр тураһында яҙып тормайым. Анализдарҙың ҡайһы берҙәрен почта аша ебәрҙеләр, тағы берәүһен көтәбеҙ һәм бөтәһе билдәле буласаҡ. Әгәр һеҙҙең ярҙам булмаһа, мин Алмазовский һәм Горбачевский кеүек үҙәктәргә бара алыр инемме? Һеҙҙең саҙаҡаларығыҙ үҙегеҙҙе төрлө насарлыҡтарҙан һаҡлаһын һәм бөтәһе лә һәйбәт булһын. Доғаларығыҙ, йылы, изге теләктәрегеҙ булмаһа, мин быны күтәрә алмаҫ инем. Бөтәһе лә үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтһын. Аллам үҙегеҙҙән дә риза булһын, ҡәҙерлеләрем".


Венер ИСХАҠОВ.


Фото Нурия Абдуллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Читайте нас