Ауыл хужалығы институттарының тәмәкеселек кафедраһы уҡытыусылары тәмәкенең сифатын тикшереү өсөн студенттарҙың үпкәһен дә йәлләмәй. Йәштәр аудиторияла лекция һәм семинар ваҡытында тарта, лаборатор эштәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә имтихан, зачет ваҡытында төтөн «бағана һымаҡ» тора. Педагогтар бында бер ниндәй ҙә насарлыҡ күрмәй – кем булһа ла тәмәке үҫтерергә тейеш бит.