Новости
10 Октябрь 2019, 21:00

Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Бабич лауреаттары!

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 16 ижадсы һәм дүрт ижади төркөм дәғүә итте. Һәм бына бөгөн – Республика көнөндә быйылғы лауреаттар билдәле булды.

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 16 ижадсы һәм дүрт ижади төркөм дәғүә итте. Һәм бына бөгөн – Республика көнөндә быйылғы лауреаттар билдәле булды. Кемдәр улар?


1. “Ҡоштар нимә тураһында йырлай?” концерт-әкиәтенең авторлыҡ коллективы – Линар Дәүләтбаев, Шәүрә Сәғитова, Екатерина Хәйбуллина, Лиана Ниғәмәтйәнова.


2. “Арғымаҡ” төркөмө – Ринат Рамазанов, Алик һәм Эмиль Гәрәевтар, Радмир Исмәғилев, Айрат Нәзиров – башҡорт халыҡ милли мираҫын тергеҙгән һәм таратҡан өсөн;


3. Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллиндан торған ижади коллектив – “Бабич” тарихи фильмындағы юғары актерлыҡ оҫталығы өсөн.


Йәш таланттарҙы ҡотлап, артабанғы ижадтарында уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Фото: Социаль селтәрҙән.

Читайте нас