Новости
8 Октябрь 2019, 21:00

Магнит дауылы нисек тәьҫир итә?

Йыһанды күҙәтеүселәр билдәләүенсә, ҡояштағы әүҙемлек октябрь аҙағында көтөлә. Магнит дауылдары 24 октябрҙә башланып өс көн дауам итәсәк.

Йыһанды күҙәтеүселәр билдәләүенсә, ҡояштағы әүҙемлек октябрь аҙағында көтөлә. Магнит дауылдары 24 октябрҙә башланып өс көн дауам итәсәк.
Һаулығы ҡаҡшаған һәм һауа торошона һиҙгер кешеләр был көндәрҙә үҙҙәрен насар тойоуы мөмкин, ти белгестәр. Магнит дауылдары көслө булмағанда, ҡағиҙә булараҡ, кешеләр бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәй. Метеоһиҙгерлеге юғары кешеләрҙә бындай ваҡыттар йоҡомһорау, баш әйләнеүе мөмкин, йыш ҡына ҡан баҫымының күтәрелеүенә, ҡуҙғыуға, баш ауыртыуҙарына, йөрәк тибешенең йышайыуына сәбәпсе була.
Фото: интернет.
Читайте нас