Новости
1 Октябрь 2019, 21:00

Башҡортостанда игендең уңышы 3 миллион тоннанан ашҡан

Алдағы 10 көндә аграрийҙар иген йыйыуҙы тамамларға ниәтләй. Баҫыу эштәре бының менән генә тамамланмай — көнбағыш һәм башҡа май культураларын, шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә.

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу тамамлана. Кампанияның төп өлөшө ямғырлы көндәргә тура килде, был иһә аграрийҙарҙың эшен ҡатмарлаштырҙы. «Баҫыуҙарҙың артыҡ дымлы булыуы сәбәпле әлеге ваҡытта урып-йыйыу темпы түбән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Шуға ҡарамаҫтан, ураҡ тамамланғанға тиклем үк уңыш 3 миллион тоннанан ашҡан. Әле сәсеү майҙандарының 94% йыйып алынған.
Быйыл игендең гектарынан уртаса уңышы — 19,8 центнер, был уҙған йылға ҡарағанда юғарыраҡ.
Алдағы 10 көндә аграрийҙар иген йыйыуҙы тамамларға ниәтләй. Баҫыу эштәре бының менән генә тамамланмай — көнбағыш һәм башҡа май культураларын, шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы


Читайте нас