Новости
25 Сентябрь 2019, 21:00

Ҡотлайбыҙ!

Республикала билдәле йәмәғәт эшмәкәре, арҙаҡлы милләттәшебеҙ, шағирә Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы донъя күрҙе.

Республикала билдәле йәмәғәт эшмәкәре, арҙаҡлы милләттәшебеҙ, шағирә Гүзәл Ситдиҡованың яңы китабы донъя күрҙе.


“Ағып килә Мәңгелек” тип атала ул. Китапҡа Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙары, поэмалары, тәржемәләре ингән. "Һүҙ ыңғай әйтелгәндәр" тигән бүлегендә күҙәтеүҙәре, тормош күренештәре, уйланыуҙары бирелгән.


Китабығыҙ ҡотло булһын, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы! Һеҙгә артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!


Венер ИСХАҠОВ.



Фото "Ағиҙел" журналы сайтынан алынды.

Читайте нас