Омск ҡалаһында ғәскәри бурысын үтәгәндә казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған десантсы Рөстәм Нәбиев һәр көнгә ҡыуанып, әүҙем тормош менән йәшәй.
Ошо көндәрҙә улар йәнә ҙур шатлыҡ кисерә – тиҙҙән тағы бер бәпәй алып ҡайтасаҡтар.
Баланың кем булыуын белгәс, йәш ғаилә ресторанда туғандары, дуҫтары менән матур байрам үткәргән. Рөстәм штанга менән шарҙарҙы шартлата һәм уның эсенән ал төҫтәге ялтырауыҡтар атыла. Тимәк, Алла бирһә, Нәбиевтар ғаиләһенә тағы бер ҡыҙ ҡайтасаҡ.
Беҙ ҙә йәштәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ. Йорттары сабыйҙарҙың шат ауаздарынан яңғырап торһон!
Фото: Рөстәм Нәбиевтың "Инстаграм" селтәренән.