Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Динар Зәйнуллин Апера синдромы менән яфаланған Соня Ғиззәтуллина янына дауаханаға барғандан һуң, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы менән осрашҡан.
Район башлығы ҡыҙға операцияны Мәскәүҙә эшләйәсәктәрен, уның өсөн район ҡаҙнаһынан аҡса түләнәсәген әйткән. Уларҙың дауахананан ҡайтыуына ҡыҙҙы ике бүлмәле фатир, балалар баҡсаһында урын көтә. Шулай уҡ етәксе был хәлгә ғәйеплеләрҙе язаға тарттырасағын белдергән.