Новости
24 Сентябрь 2019, 21:00

Асҡар Абдразаҡов — Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе

Асҡар Әмир улы Абдразаҡов — Рәсәйҙең опера йырсыһы (бас), Башҡортостандың халыҡ артисы, Мария театры солисы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе.

Асҡар Абдразаҡов Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Асҡар Әмир улы Абдразаҡов — Рәсәйҙең опера йырсыһы (бас), Башҡортостандың халыҡ артисы, Мария театры солисы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе.
1969 йылдың 11 июлендә танылған башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың ғаиләһендә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (профессор Миләүшә Мортазина класы).
1991 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы булды. Плёс ҡалаһында Шаляпин исемендәге фестивалдең художество етәксеһе, «Орфей» радиоһында «Гримерка Орфея» автор тапшырыуын алып барыусы, Өфөлә Ф.Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара йырсылар конкурсының жюри рәйесе.

Фото: интернет.

Читайте нас