Новости
23 Сентябрь 2019, 21:00

Луиза эҙҙәренән: йәнә 43 миллион һум юҡ

“Үҙебеҙҙең” Луизаны бер мәлгә онотоп торғайныҡ. Тегендә лә, бында ла уның батырлығын ҡабатлаусылар күренә башланы.

“Үҙебеҙҙең” Луизаны бер мәлгә онотоп торғайныҡ. Тегендә лә, бында ла уның батырлығын ҡабатлаусылар күренә башланы.


Йәй көнө “Открытие” банкында Лилиә исемле бер кассирҙың 6,5 миллион һум урлап тотолоуы тураһында ла хәбәр иткәйнек. Был осраҡтан һуң банкта тикшереүҙәр башланған һәм... 43 миллион һум аҡсаның урланыуы асыҡланған.


Әйткәндәй, быны бер кеше һәм бер көндә генә башҡармаған. 2,5 йыл эсендә банктан барлығы 43 миллион һум аҡса урланған.


“2017 йылдың ғинуарынан 2019 йылдың июленә тиклем бер нисә хеҙмәткәр кассанан аҡса урлаған. Урлау осрағын йәшереү өсөн офис идарасыһы менән уның әшнәләре быны банк клиенты тупланмаларын ябыу итеп теркәгән. Шулай итеп 50-нән ашыу вкладсының иҫәбе ябылған”, тинеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.


Әле был осраҡ буйынса “Айырыуса күпләп аҡса үҙләштереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Луизаға килгәндә, ул һаман тәфтиш изоляторында ултыра. Банктарҙа тикшереүҙәр башланһа, тағы нисәмә “Луиза” асыҡланыр икән?


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА



Фото: “Башҡортостан ДТРК-һы”.

Читайте нас