Новости
21 Сентябрь 2019, 21:00

Рәхмәт йөҙөнән араҡы тотторғас...

Федоровка үҙәк район дауаханаһына ауыр тән йәрәхәттәре менән бер ирҙе килтерәләр. Әлбиттә, медиктар был аяныслы ваҡиға тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.

Федоровка үҙәк район дауаханаһына ауыр тән йәрәхәттәре менән бер ирҙе килтерәләр. Әлбиттә, медиктар был аяныслы ваҡиға тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.


Асыҡланыуынса, 53 йәшлек ир тән йәрәхәттәре алғанға ҡәҙәр күршеләренә картуф ҡаҙышырға ярҙам итә. Ә улары, йәнәһе, рәхмәт белдереп, уға араҡы тоттора. Ярҙамсыл ир шайтан һыуын икенсе күршеләре менән эсергә була.


Береһе араҡынан баш тарта һәм йоҡларға ята, ә икенсеһе, күп тә эсмәйенсә, әүен баҙарына йүнәлә. 56 йәшлек иргә уларҙың был ҡылығы оҡшамай: кәйеф-сафаны артабан дауам итергә тип, шайтан һыуынан тәүҙә үк баш тартҡан 33 йәшлек күршеһен йоҡоһонан уята. Тик ул тағы риза булмай.


Әлбиттә, был 53 йәшлек ҡунаҡҡа оҡшамай, икәү араһында ғауға сыға. Һүҙҙән генә башланған ирешеү һуңынан ҡул һуғышына әүерелә. Йәне көйгән йорт хужаһы оҙаҡ уйлап тормай 53 йәшлек ирҙең арҡаһына ултырғыс менән ҡаты итеп тондора, аҙаҡ бысаҡ менән сәнсә. Ҡунаҡ иҙәнгә ауа, ә 33 йәшлек ир енәйәт урынынан һыпырта. Ҡаза күреүсе йортта ятып ҡала.


Уны ҡанға батҡан рәүештә иртә менән элекке шешәләш дуҫы таба. Дуҫын ҡотҡарырға тип "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. Уны дауаханаға оҙаталар. Ә ғәйепләнеүсене полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ таба.


Самат ҒӘЛИН.


Фото: stroy-podskazka.ru

Читайте нас