Ике йәшлек София тураһында яҙғайныҡ инде. Кисә бала һәм уның ғаиләһе тураһындағы мәғлүмәт бар республиканы урап сыҡты. Ҡыҙыҡайҙың башы тыумыштан деформацияланған, ҡулында һәм аяғында бармаҡтары ҡушылып үҫкән. Йөҙөндә кәмселектәр булғас, уны балалар баҡсаһына алмайҙар, тип яҙылғайны. Был хәбәрҙең ҡайһыныһы дөрөҫ тә, нимәһе ялған?
Ғаилә Стәрлетамаҡ районының Алатан ауылында йәшәй. София иҫке генә өйҙә ата-әсәһе һәм олатай-өләсәһе менән көн итә. Ирекмәндәр, ҡыҙыҡайҙың ҡиәфәте ҡурҡыныс булыу сәбәпле уны балалар баҡсаһына алмайҙар, тип яҙғайны. Был дөрөҫ булмай сыҡты.
Ауыл хакимиәте башлығы Ринат Сафуанов белдереүенсә, Софияға балалар баҡсаһына барыу өсөн белешмәне педиатр ҡушылған бармаҡтары арҡаһында бирмәй икән. Былай килеш ҡыҙыҡай үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаясаҡ. Бынан тыш баланың аңҡауы ла юҡ, уға ашауы ауыр. Әле София бармаҡтарына операция яһатыу өсөн сиратта тора, уны Ырымбур ҡалаһында эшләргә тейештәр.
– Ошонан һуң ғына, үҙен үҙе хеҙмәтләндерә башлағас ҡына уны мотлаҡ балалар баҡсаһына аласаҡтар, – тине хакимиәт башлығы.
Шулай уҡ ҡыҙыҡайҙың инвалидлығы бар, ул тыуғандан алып ай һайын 15 мең, әсәһе уны ҡараған өсөн – 13 мең һум аҡса ала. Ярҙам һорап Ғиззәтуллиндар ауыл советына мөрәжәғәт итмәгән, килһәләр ярҙам булыр ине, тиҙәр унда.
Ә әлегә ғаиләгә “Яҡшылыҡ йәйғоры” ирекмәндәре ярҙам итә. Битараф булмаған кешеләр 200 мең һум самаһы аҡса йыйған да. Был аҡсаға ирекмәндәр газ плитәһе, аҙыҡ-түлек һәм балаға тәмлекәстәр һатып алған. София тәмлекәстәргә айырыуса ныҡ һөйөнгән тиҙәр. Артабан ихатаға әҙер мискә-мунса, яңы газлы һыу йылытҡыс ҡуйырға планлаштыралар.
Ирекмән Регина Бирғулиева һөйләүенсә, 21 сентябрҙә ҡыҙыҡайҙы Стәрлетамаҡҡа шәхси клиникаға тикшереүгә алып барасаҡтар.
Сираттағы тапҡыр интернетта донъя күргән яңылыҡ кешеләрҙе урап сығып, яҡшылыҡҡа килтерҙе. Софияның проблемаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте хатта. Ул яңы булдырылған кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаларына ғаиләне контроль аҫтына алырға ҡушты.
– Әле үк аңлашыла, баланың һәм уның ата-әсәһенең хоҡуҡтары боҙолған, быға тейешле хоҡуҡи баһа биреләсәк. Баланың артабанғы яҙмышын үҙем шәхсән күҙәтәсәкмен, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә.
Шулай уҡ ул ғаиләгә һыуыҡ, емерек өйҙә ҡыш үткәрмәһендәр өсөн фатир табырға ҡушты.
Барыһы ла яҡшы булыр, София! Ана күпме беҙҙә битараф булмаған, яҡшы күңелле кешеләр!