Новости
16 Сентября 2019, 21:00

ЙОРТ ПОДВАЛЫНДА КЕШЕ ҺӨЛДӘҺЕ ҠАЛДЫҠТАРЫ ТАБЫЛҒАН

Caлауатта күп фатирлы бер йорт подвалында кеше һөлдәһе ҡалдыҡтары табылған. Был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошо ҡала кешеһе хәбәр иткән

Caлауатта күп фатирлы бер йорт подвалында кеше һөлдәһе ҡалдыҡтары табылған. Был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошо ҡала кешеһе хәбәр иткән.
Фаразланыуынса, мәйет бында 20 йылға яҡын ятҡан.


"Тәфтиш комитеты органдары кеше һөлдәһе табылыу факты буйынса тәүтикшереү үткәрә. Урын-ер тикшерелә, мәйеттең шәхесен, үлем сәбәптәрен, ваҡытын асыҡлау буйынса эксперт тикшереүе билдәләнгән", – тип хәбәр иттеләр төбәк тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.



Гүзәл Шәрипова.

Фото: интернет.


Читайте нас