Новости
16 Сентября 2019, 21:00

Янаулда ҡот осҡос хәл

Янаулда ҡот осҡос хәл теркәлгән – 6 йәшлек бала бер аҙна тиерлек яңғыҙы әсәһе мәйете эргәһендә йәшәгән.

Янаулда ҡот осҡос хәл теркәлгән – 6 йәшлек бала бер аҙна тиерлек яңғыҙы әсәһе мәйете эргәһендә йәшәгән.


“Башҡортостан” дәүләт радио-телеканалы хоҡуҡ һаҡлаусы органдарҙан алған мәғлүмәттәр буйынса, 44 йәшлек ҡатын үҙ-үҙенә ҡул һалған. Һөҙөмтәлә 6 йәшлек улы был хәл асыҡланғансы фатирҙа мәйет менән булған. Әлеге мәлдә аяныслы ваҡиға сәбәптәре тикшерелә. Малай ныҡ хәлһеҙләнгән хәлдә дауаханаға урынлаштырылған.



Фото: «Башинформ»
Читайте нас