“Левада” үҙәге үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса рәсәйҙәрҙең 41 проценты аталарын үлтергән апалы-һеңлеле Хачатуряндарҙы аҡлай. Билдәле булыуынса, ир оҙаҡ йылдар дауамында өс ҡыҙын мыҫҡыллаған, кәмһеткән, көсләгән, уҡырға ебәрмәгән.
Үлтереүселәрҙе аҡлаусылар араһында гүзәл заттар күберәк - 47 процент. Ирҙәрҙең 41 проценты ҡыҙҙарҙы ғәйепләмәй. Һорау алынғандарҙың 30 проценты ҡыҙҙарҙы яҡлаусылар менән килешмәй, кеше үлтереүселәр яза алырға тейеш, тип бара. Шул тиклем үк халыҡ нимә тип тә яуап бирергә белмәй.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Хачатуряндарҙы яҡлауын аңларға була, сөнки, статистика күрһәтеүенсә, тап гүзәл заттар ғаиләлә көсләүгә һәм кәмһетеүгә дусар.
Шулай уҡ был сарала рәсәйҙәр “йорттағы көсләү” төшөнсәһен аныҡлаған. “Ауыр физик зыян килтергән ҡул күтәреү (аяҡ менән тибеү)”, “ауыр физик зыян килтермәгән ҡул күтәреү”, шулай уҡ партнерҙың ризаһыҙлығынан тыш енси мөнәсәбәткә инеү ошо аңлатманы асыҡлай, тип белдергән яуап биреүселәр.
17, 18 һәм 19 йәшлек Мария, Ангелина, Кристина 2018 йылдың июлендә ҡулға алынғайны. Улар бала саҡтан атаһы тарафынан ҡот осҡос сикләүҙәргә, мыҫҡыллауҙарға, көсләүҙәргә дусар булған. Тамам түҙемдәре бөткәс, уны үлтерергә ҡарар иткәндәр. Ҡыҙҙарҙы алдан һөйләшеп башҡарылған енәйәттә ғәйепләйҙәр.