Новости
3 Сентябрь 2019, 21:00

Дәүләт Думаһында октябрҙә Башҡортостан көндәре уҙа

Октябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан көндәре уҙғарыла. Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачевтың «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, Рәсәй парламентының түбәнге палатаһында Башҡортостан ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторола.

Октябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһында Башҡортостан көндәре уҙғарыла. Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачевтың «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, Рәсәй парламентының түбәнге палатаһында Башҡортостан ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторола. Сараның форматы мартта Федерация Советында үткән Башҡортостан көндәренән айырыла.
«Парламенттың юғары палатаһы төбәктәргә яҡыныраҡ һәм шуға унда ошондай саралар ваҡытында Федерация Советы ағзалары алдында төбәк башлыҡтарының сығыш яһауы күҙ уңында тотола, Дәүләт Думаһы практикаһында бер ҡасан да бындайҙың булғаны юҡ. Башҡортостан көндәре барышында түбәнге палата комитеттарында ҡыҙыҡһынған депутаттар менән аралашыу һәм фекер алышыу булыр тип көтөлә. Программа төҙөлә, был сара республикабыҙға ла, Дәүләт Думаһы депутаттарына ла файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булыр», — тип билдәләне Константин Толкачев.
Республика Дәүләт Йыйылышы Рәсәй Дәүләт Думаһы менән тығыҙ эш алып бара. Яҙғы сессияла Башҡортостан депутаттары Дәүләт Думаһына дүрт федераль закон проектын индерҙе. Әлеге ваҡытта Рәсәй парламентының түбәнге палатаһында 14 закон проекты ҡарала, тағы етәүһе – экспертизала. Республика Дәүләт Йыйылышы федераль закон статусын алған закон сығарыу башланғыстары һаны буйынса төбәк парламенттары араһында сираттағы тапҡыр беренсе урынға сыҡты.

Читайте нас