Новости
2 Сентябрь 2019, 21:00

Көрәш төрлөсә була икән...

Би-би-си телеканалының алып барыусыһы Эмма Кинандың эскерһеҙ сығышы бөтә илде шаңҡыта. Баҡһаң, уның ғаиләһе кесе ярауҙан һуң бәҙрәфтә һыуҙы ағыҙмай икән. Талап ҡаты – һыу бәҙрәфкә бер-нисә тапҡыр инеп сыҡҡандан һуң ғына ағыҙыла. Ҡатындың фекеренсә, уның ғаиләһе тап шулай итеп экология өсөн көрәшеүгә ҙур өлөш индерә.

- Һеҙ бит бысраҡ хайуандар ише! Экология, имеш, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен дә белмәйһегеҙ, - тип ябырыла уға британлылар.
Журналист үҙ фекерендә ныҡ тора. Ер йөҙөндә былай ҙа сөсө һыу ятҡылыҡтары әҙәйеп бара бит. Ҡайһы бер унитаздар бер ағыҙыу өсөн 13 литр тирәһе һыу файҙалана. Тимәк, бер кешегә көнөнә 70 литр һыу китә. Кешеләрҙең шул тиклем һыу тотоноуы ахмаҡлыҡ булмаймы ни?
- Беҙ барыбер үҙгәрмәйәсәкбеҙ.Үҙ ҡылығыбыҙ өсөн ҡыҙармаясаҡбыҙ ҙа, - тип тәнҡитләүселәрҙең һүҙенә иғтибар итмәй Кинан.
Фото: интернет.
Читайте нас