Дүртөйлөләге башҡа һыймаҫлыҡ хәлдән арынып та өлгөрмәнек, республикала тағы ла бер тетрәндергес хәбәр: Бөрө районында өләсәһенең өйөндә 14 йәшлек үҫмерҙең үле кәүҙәһен тапҡандар.
Ҡыҙ һигеҙенсе класта уҡыған, әлегә үлем сәбәптәре асыҡланмаған, тикшереү бара.
Бынан алда Өфөнөң Дыуан бульварында ете йәшлек бала билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында һәләк булғайны. Әсәнең кәүҙәне ҡулынан ысҡындырмай кискә тиклем тотоп ултырғаны билдәле.