Новости
29 Августа 2019, 21:00

Бер йәшлек сабый өй эсендә... юғалған

Дүртөйлө районының Исмаил ауылы халҡы серле рәүештә юғалған баланы эҙләргә сыҡты.

Дүртөйлө районының Исмаил ауылы халҡы серле рәүештә юғалған баланы эҙләргә сыҡты.


Ике сабыйҙы бер үҙе тәрбиәләгән әсә полицейскийҙарға һөйләүенсә, Тимур залда йоҡлаған. Ҡатын иртән тороп ҡараһа, залда бала юҡ. Полицейскийҙар хәлде тикшерә башлаған.


Ауылдаштар һәр урамды, йорт-ҡураны, ҡыуаҡлыҡты ентекләп ҡарай. Барыһы ла сабыйҙың именлеге өсөн борсола, сөнки эргәлә генә быуа бар.


Баланың юғалыуына ғаиләнән айырым йәшәгән атай кешенең ҡыҫылышы бармы-юҡмы икәнлеге лә тикшерелә. Сабыйҙың ҡайҙа икәнлеген белеүсе булһа, мотлаҡ полицияға хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.


Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Фото: kp.ru

Читайте нас