Новости
28 Август 2019, 21:00

Башҡортостанда иген йыйыу «экватор»ға яҡынлашты

Башҡортостанда иген йыйыу «экватор»ға яҡынлашты. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, республикала 1,6 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ — көтөлгән уңыштың яртыһы һуғылған, 800 мең гектарҙан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы иген кульуралары — сәсеүлектәрҙең яртыһы тиерлек йыйып алынған.

Быйыл уңыш — бер гектарҙан 20 центнерға яҡын. Иң юғары уңыш Саҡмағош районында — гектарынан 38 центнер. Ауырғазы районында бер гектарҙан — 30 центнерҙан ашыу, Ишембайҙа 27,2 центнер ашлыҡ йыялар.
Ашлыҡ һуғыу буйынса Стәрлетамаҡ районы комбайнсылары алдынғылыҡты бирмәй — 95 мең тонна.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

Читайте нас