Новости
21 Август 2019, 21:00

Режиссер Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның повесы буйынса фильм төшөрөргә ниәтләй

Стәрлетамаҡ режиссеры Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса фильм төшөрөргә ниәтләй. Ул Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе Асҡар Абдразаҡовҡа проектҡа ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Стәрлетамаҡ режиссеры Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса фильм төшөрөргә ниәтләй. Ул Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе Асҡар Абдразаҡовҡа проектҡа ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Руслан Юлтаев тулы метражлы нәфис фильм төшөрөргә һәм уның премьераһын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнарға теләүе тураһында белдерҙе. Башҡорт яҙыусыһының тап ошо әҫәрен режиссер хаҡһыҙ баһаланмаған тип иҫәпләй. Мәсьәлә «Башҡортостан» киностудияһы һәм яҙыусының улы Тельман Әминев менән тикшерелгән.
«Повеста 1942-1943 йылдарҙағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар ауылда яңғыҙы тороп ҡалған, барлыҡ ауырлыҡ уларҙың иңенә төшкән. Был матур бесән мәлен бик сағыу итеп күрһәтергә мөмкин. Ябай ғына хәл-ваҡиға булһа ла, уға тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған», — тип билдәләне Юлтаев.
Тарихи картинаны төшөрөү өсөн байтаҡ аҡса талап ителә. «Был бик ҡыҙыҡлы тарих, уға булышлыҡ итергә кәрәк», — тине Асҡар Абдразаҡов һәм режиссерға республика, федераль гранттарға дәғүә итергә кәңәш бирҙе.
Асҡар Абдразаҡов бөгөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыу үткәрҙе. Яңы сәнғәт әҫәрҙәрен ҡуйыу, эйәһеҙ хайуандар өсөн приют төҙөү, мәҙәниәт учреждениеһына бина бүлеү мәсьәләләре ҡаралды. Республика райондары вәкилдәре артисты һәм Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһен үҙҙәренең байрамдарына саҡырҙы.

Читайте нас