Новости
19 Август 2019, 21:00

Бесәйҙең ни ғәйебе?

Инде бер нисә көн интернетта Өфө егеттәренең пневматик пистолеттан бесәйгә атыу видеоһы “сәйәхәт итә”. Был яҙма селтәргә эләгеү менән егеттәр үтә “популярға” әйләнделәр. Уларҙы әрләп, ҡарғап хаттар яҙыуҙар артҡан.

Инде бер нисә көн интернетта Өфө егеттәренең пневматик пистолеттан бесәйгә атыу видеоһы “сәйәхәт итә”. Был яҙма селтәргә эләгеү менән егеттәр үтә “популярға” әйләнделәр. Уларҙы әрләп, ҡарғап хаттар яҙыуҙар артҡан. Береһе шул көндө эштән иртәрәк һорап ҡайтып киткән, ә иртәгәһенә бөтөнләй килмәгән. Икеһе лә социаль селтәрҙәге сәхифәләрен юҡ иткәндәр.


Һуңғараҡ улар үҙҙәренең был аҙымын аңлатып маташты: йәнәһе бесәй ҡоторған һәм саҡ атҡан кешенең балаһына ташланмаған. Имеш тәүҙә меҫкенде швабра менән ҡыуырға тырышалар, ҡулдарынан килмәгәс, ҡулдарына ҡорал алалар. Һөҙөмтәлә, бесәйҙең аяғы яраланған.

Әйткәндәй, йәнлектәр менән ҡаты мөғәмәлә итеү өсөн уларға 100 меңдән 300 мең һумғаса штраф, йәки биш йылға тиклем мәжбүри эшләтеү, йәки 3-5 йылға иркенән мәхрүм итеү янай.


Был осраҡта шуныһы ҡыуандыра: беҙҙең халыҡтың бәғере ҡатмаған. Мәхлүк йәнлекте яҡлашып күпме кеше сыҡты бит! Бергәләп егеттәрҙе оялырға мәжбүр итеү ҙә ҙур көс ул.



Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.



Фото: Инстаграмм.

Читайте нас